Юғалтмайыҡ, зинһар, туғандарҙы,
Бынан да ҙур ниндәй ҡайғы бар?!
Ф. Абдуллина.
Ошо көндәрҙә беҙҙең ғаиләбеҙгә күтәрә алмаҫтай ауыр ҡайғы килде. Яратҡан, ҡәҙерле мырҙабыҙ, абызыйыбыҙ Хәликов Зилфәт Ишембай улы, әсе ҡайғыларға һалып, мәңгелеккә беҙҙе ҡалдырып, яҡты донъяларҙан китеп барҙы.
Беҙ ғаиләлә биш бала үҫтек. Кем өсөндөр күп күренһә лә, беребеҙ ҙә артыҡ түгел ине. Үҙ-ара татыу булып, бер-беребеҙҙе ҡайғыртып, күрешмәйерәк торһаҡ һағынышып йәшәйбеҙ.
Арабыҙҙа Зилфәтебеҙ бөтә яҡлап та талантлы булды. Бәләкәй генә саҡтан гармунда уйнарға өйрәнде. Кесе мырҙабыҙ Азатты ла өйрәтте. Атайыбыҙ мәрхүм скрипкала уйнап, ауылдаштарының күңелен асһа, Зилфәтебеҙ баянда уйнап, йырлар ине. Шуға күрә барыһы ла мәҙәни сараларҙа, ҡунаҡтарҙа уның баянында уйнап-йырлағанын көтөп, һорап алалар ине.
Ағастан әйберҙәр эшләү, биҙәү сәнғәтенә лә, оҫта булды.
Балалары, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн өҙөлөп торҙо. Ғаиләһе мохтажлыҡ кисермәһен тип, күптәндән Себер тарафтарында эшләй ине. Тик үҙенең һаулығын да шунда ҡаҡшатты. Һаулығымды нығытайым тимәне, бер ваҡытта ла зарланманы. Был донъяға мәңгелеккә килмәгәнебеҙҙе онотоп ебәрәбеҙ шул. Һаҡланһа, бәлки, былай иртә китеп бармаҫ ине лә бит...
Йыл алышынғанда донъяға килгән ине, шул ваҡытта китеп тә барҙы.
Хатта тәбиғәт тә килешә алманы һине юғалтыуҙы. Ҡара ер ҡосағына ебәрергә теләмәгәндәй, күҙ асҡыһыҙ буранын сығарҙы, юлдарҙы ҡаплатты. Тик һуң ине шул... Ваҡытты артҡа бороп булмағандай, үлемеңде лә туҡтатып булманы, туғанҡайым?!
Ошондай ауыр ваҡытыбыҙҙа беҙҙең ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатҡанда ҙур ярҙам күрһәткәндәре өсөн иң беренсе Яманһары халҡына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Оло ҡайғы килгәндә ауылдаштарыбыҙ береһен дә яңғыҙ ҡалдырмай, һәр саҡ бөтә ауыл менән ҙур ярҙам күрһәтәләр. Көндөң ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, олоһо, кесеһе ир-аттар барыһы ла зыярат әҙерләшеп, ҡатын-ҡыҙҙар бар яҡлап ярҙам ҡулын һуҙып, матур итеп һуңғы юлға оҙатышты. Юлдар насарлығына ҡарамаҫтан, Зилфәтебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға килеүсе туғандарыбыҙға, ҡоҙа-ҡоҙасаларға рәхмәтлебеҙ. Беҙгә терәк-таяныс булып тороусы ике туған һылыуыбыҙ Фирузаға ҙур рәхмәт. Шулай уҡ ҡайта алмай ҡалған туғандарыбыҙға, класташтарыма ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашып ебәргән сәләмдәренә, матди яҡтан ярҙамдарына, ауыр ваҡытта беҙҙең менән бергә булыуҙарына оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Бер кемдең дә ғаиләһенә бындай әсе ҡайғылар килмәһен ине. Донъяларыбыҙ тыныс булып, иҫән саҡта бер-беребеҙҙең ҡәҙерҙәрен белеп йәшәргә яҙһын.
Мәрхүмдең туғандары исеменән апайы Ильмира.