Хәтер
11 Ғинуар 2024, 03:20

Дәүер китте. Дәү Ир китте

1 йыл элек 88 йәшендә Башҡортостандың тәүге президенты вафат булды.

Дәүер китте. Дәү Ир киттеДәүер китте. Дәү Ир китте
Дәүер китте. Дәү Ир китте

Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Көйөргәҙе районының элекке башлығы:

- Мортаза Ғөбәйҙулла улы төплө аҡыллы, ихтирамлы етәксе булды. Уның, ябай итеп әйткәндә, етешмәгән ере ҡалмай торғайны – һәр бер эштең елегенә үтеп инергә тырышты. Беҙҙең район өсөн башҡарған эштәрен, бына әле һеҙ шылтыратҡанда ғына, һанап та бөтә, осона ла сыға алмайым. Ике ҙур Кәңәшмә үтте беҙҙә, 2006, 2007 йылдарҙа, береһе Һаулыҡ һаҡлау, икенсеһе Мәғарифҡа бәйле ине.

Ябайлыҡта – бөйөклөк, тиҙәр бит. Ошо һүҙҙәр Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты Мортаза Рәхимовҡа арналғандай. Ниндәй генә дәрәжә биләһә лә, уның ябайлығы, халыҡсан юморы, тотонған эшен аҙағына ҡәҙәре алып барып еткереүе күптәрҙә һоҡланыу уяталыр, моғайын. Мортаза Ғөбәйҙулла улы республикабыҙҙы етәкләгән саҡта районыбыҙ өсөн ярҙамы күп булды. Уның ярҙамы менән беҙҙә күп эштәр башҡарылды: күперҙәр, һыуһаҡлағыстар төҙөлдө, юлдарға асфальт түшәлде, мәктәптәр асылды, балалар баҡсалары, фельдшер-акушер пункттары сафҡа инде.

Гүзәл Усманова, Яңы Таймаҫ гимназияһының элекке директоры:

- Мортаза Рәхимовтың үлгәнен ишеткәс, иланым. Туҡтап та булмай. Ундай шәхес быуатҡа бер тыуалыр ул, тыуһа әле....
Тәү тапҡыр Президентты Өфөлә, миңә атҡаҙанған исеме биргәндә күрҙем. Ҡосаҡлап яратҡайны шул саҡ. Икенсе тапҡыр, Яңы Таймаҫ гимназияһы реконструкция үткәс, шуны асырға тип, ауылға килде. Уның ябайлығы! Мин үҙемде кәм тойоп өйрәнгән кеше, ул, үҙ кешеләрсә, тиң күреп аралашты, әрләргә кәрәк ерендә лә, кешене кәмһетмәй әйтер ине.

Урал Дамир улы ИБРАҺИМОВ, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы урынбаҫары:

- Элек Мортаза Рәхимов менән яҡындан күрешеп һөйләшкәнем юҡ ине. Ҡотлоюлда йәшәгәндә килгәнендә күргәйнем. Ул саҡта халыҡ күтәреп сыҡҡан мәсьәләләрҙең барыһын да хәл итеүенә шатланғаным иҫемдә. Хәҙер “Тәүәкән” ауыл хужалығы кооперативына директор итеп ҡуйғастар, Мортаза Ғөбәйҙулла улына айына ике тапҡыр барып отчет яһайым. Ул шул тиклем тынғыһыҙ, халҡы, ауылдар яҙмышы өсөн борсола. Уның янына барып, эштәрҙең ыңғай барышын һөйләһәң, тынысланып китә. Ауыл халҡына йәшәү өсөн килеп сыҡҡан төрлө ауырлыҡтар өсөн борсола ул. Ябай халыҡтың ауыр йәшәүе менән килешмәй, улар өсөн еңеллек тыуҙырмаған закондар ҡабул иткәндәре менән дә килешмәй. Малдарға төрлө чип ҡуйыу, һуйыу цехтары булдырыу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары өсөн халыҡтан аҡса йыйыу, ауылдарҙа эшһеҙлек проблемалары тураһында ла борсола. Республикабыҙ Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров ил ағаһының тыуған көнөн үткәрергә тәҡдим иткәс тә, ул уны төрлө яҡлап бизмәнгә һалып, баш тартты. “Юбилейыма аҡса түкмәйек, миңә бер Грамота менән ҡотлау һүҙе лә етә”, - тигән ул.

“Тәүәкән”гә директор итеп ҡуйыр алдынан мине Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән таныштырырға алып барҙылар. Миңә тиклем был вазифаға бер-нисә кешене тәҡдим иткән булғандар икән. Ҡараны ла: “Һинең исемең Уралмы? Уралдар шәп кеше булырға тейеш. Һиңә эшләргә фатихамды бирәм”, - тине. Миңә ышаныс белдергәне өсөн ҙур рәхмәт уға.

Тәүәкәндә барыһы ла уйланып төҙөлгән. Эшләргә техника етерлек, ял итә торған урындар бар, спорт комплекстары ла уңышлы эшләй. Бөтөн уңайлыҡтары булған заманса мәктәп, балалар баҡсаһы, ҡунаҡхана, ашхана ялтлап тора.

Мортаза Ғөбәйҙулла улы янына теләгән һәр кеше инә алмай ине. Мин барыр булһам, алдан хәбәр итәм. “Тәүәкән” директоры килә тиһәләр, керһен миңә, тип көтөп ултыра. Эштәр барышы хаҡында әңгәмәләшәбеҙ, сәй эсәбеҙ. Ул ауыл аштарын ярата. Барғанда Тәүәкән аштарын алып барабыҙ: ҡаймаҡ, һөт, ауыл икмәге, эсәктән пирожки, тауыҡ ите. Ғөмүмән, ул ауыл тормошон яратты. Ауыл күтәрелһә, республикабыҙ көслө була, тиер ине ул йыш ҡына. Ситкә киткән ир-егеттәр, уларҙың яңғыҙ бала тәрбиәләгән ҡатындары, атайһыҙ үҫкән балалары өсөн дә борсолмай ҡалмай ине аҡһаҡалыбыҙ. Ябай кеше булды Мортаза Ғөбәйҙулла улы. 
Фәһим Фәрғәт улы БОҪҠАНОВ, Күмертау ҡалаһының 3-сө БРГИның элекке директоры:

- Миңә Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән ике яңы мәктәп асыу бәхете тейҙе. Ҡотлоюл ауылында мәктәп директоры булып эш башлағанда белем усағы төҙөлә башлағайны. Шул мәктәпте төҙөп бөткәс, асырға үҙе килде. Шул саҡта халыҡ менән ихлас аралашҡаны иҫтә ҡалған. Ауыл халҡы ла үҙен ныҡ яратты. Сираттағы бер һайлауҙар ваҡытында Ҡотлоюл ауылы халҡы Мортаза Рәхимов өсөн 100 процент тауыш биргәйне. Халыҡ өсөн асыҡ, ыңғай булған аҡһаҡалыбыҙ Ҡотлоюл ауылы өсөн күп эштәр башҡарҙы. Асфальт һалынды, газ үтте. Аҙаҡ ҡаланың 3-сө БРГИ-һына директор итеп ҡуйҙылар. Гимназияны төҙөкләндереү ваҡытында, өс тапҡыр килеп, эш барышы менән танышты.
 
Автор:
Читайте нас