Хәтер
12 Ғинуар 2024, 06:26

Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ

Беҙҙең барыбыҙҙы ла оло ҡайғыларға һалып, яҡын кешебеҙ, ҡәҙерле әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйем Альфира Вәлетдин ҡыҙы Аҙнабаева 54 кенә йәшендә яҡты донъяларҙан китеүенә 40 көн дә тулды.

Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡЙылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ
Йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Онотмаҫбыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең күңелдәрҙең түрендә.
Мәрхүмәнең ҡыҙы, кейәүе, ейәнсәре.

Автор:
Читайте нас