Хәтер
13 Ғинуар 2024, 05:00

Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ

Бөгөн ҡәҙерле кешебеҙ Эльвина Фуат ҡыҙы Ҡансуринаның беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 1 йыл.

Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫЮҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ

Һөйөклөбөҙ тормош һөйөүсән, һәр яҡлап та әүҙем, егәрле, асыҡ ине. Уның йөҙөнән ихлас йылмайыуы бер ҡасан да китмәне, ул шул тиклем изге күңелле, кешелекле, ярҙамсыл булды. Уның арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә ышана алмайым. Был барыбыҙ өсөн дә, ышанып булмаҫлыҡ, ауыр юғалтыу.
Ҡәҙерлеләребеҙҙе белеүселәр ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Беҙ һине юҡһынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә күңелебеҙҙә мәңге һаҡланырһың. Һинең яҡты йөҙөң, изге рухың, йылмайыулы йөҙөң мәңге беҙҙең күңелдәрҙә ҡалыр.
Мәрхүмәбеҙҙең ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, нурлы, йәндәре йәннәттә булһын.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең туғаныбыҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Барлыҡ туғандары исеменән апайы Гөлфиә Туҡаева.

Автор:
Читайте нас