Ғүмере ауылда үтте, олоғайғас ҡына ҡалаға күсеп килделәр. Ауыл тормошона өйрәнгәнлектән әллә, йоҡлай алмай йөрөп ятамы тиһәк...
- Пенсиямды барып алдым, - ти был. Ауылдаштар беҙ, күрешеү, Күмертау бәләкәй генә булһа ла, һирәк була, Ошо осрашҡан мәлдә, кем был донъяны ташлап киткән, күбеһенсә, шулар тураһында була ла ҡуя һөйләшеү. Ә һуңғы арала күптәр китте... Уларҙы иҫләп, теге йәки был ҡыҙыҡлы, һағышлы мәлдәрен хәтергә төшөрөп, торҙоҡ. Йәш көйөнсә киткәндәр күп, шуныһы үтә аяныслы. Ғүмер тигәнең дә әлеге осрашыу кеүек кенә икән, ай күрҙе, ҡояш алды. Йәл, быныһын беҙ бик һуң аңлайбыҙ.
- Әле почтанан ҡайтып киләм, уйлайым: пенсиямды тағы нисә тапҡыр барып алаһыларым ҡалған икән?
...Гәзиттең үткән һанының бер бите тулыһынса бәхилләшеү, ҡайғы уртаҡлашыу менән тулды. Гәзит бите түгел, күңелдәребеҙ ҡайғы менән мөлдөрәмә тулды.
Белеп булмай, әле күпме ҡалған,
Матур яҙҙар миңә күрәһем?
Тағын күпме ҡалған миңә күҙәтергә,
Тау битенән аҡҡан ҡар һыуын?
Тағын күпме ҡалған күҙәтергә,
Торналарҙың парлап бейеүен?
Ҡоштар менән бергә, ҡайын урманының,
Мең тауышҡа йырлап - көйләүен..