Хәтер
16 Ғинуар 2024, 11:20

Сабырлыҡтар теләйбеҙ

82 йәшендә күренекле яҙыусы, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәп ижад итеүсе яҡташыбыҙ Марс Нуриев вафат булды.

Сабырлыҡтар теләйбеҙСабырлыҡтар теләйбеҙ
Сабырлыҡтар теләйбеҙ

Марс Ғималетдин улы Нуриев – башҡорт яҙыусыһы, публицист, педагог, Тамъян ҡәбиләһе бейе, башҡорт кенәзе һәм тарханы Шағәле Шаҡман вариҫы, Төркиә халыҡ-ара әҙәби конкурсы лауреаты (1995).
Марс Ғималетдин улы Нуриев 1941 йылдың 15 июнендә Башҡорт АССР-ының Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылында тыуған. 1957 – 1960 йылдарҙа Өфөләге 1-се интернат-мәктәптә уҡый.
1963 – 1966 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.
Көйөргәҙе, Күгәрсен, Ҡырмыҫҡалы райондарында уҡытыусы, урта мәктәптәр директоры, мәғариф бүлеге инспекторы, район гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаларын башҡара.
Марс Нуриев һуңғы йылдарҙа Стәрлетамаҡ ҡалаһының Реаль мәктәбендә башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй. Хәҙер хаҡлы ялда. Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй.
Марс Нуриев проза, поэзия өлкәһендә ижад итә. Публицистика менән дә шөғөлләнә. Төрлө жанрҙарҙа көсөн һынап ҡарай. Улар тематик йәһәттән дә күп төрлө һәм йәшәйешебеҙҙең көн ҡаҙағына һуҡҡан мәсьәләләренә арнала.
Марс Нуриев – «Яланайыр», «Быуат ҡанатында» романдары, республика баҫмаларында донъя күргән ике повесть авторы.
«Яланайыр» романында үткән быуаттың башынан алып 70-се йылдарға тиклемге башҡорт йәмғиәтендә бер нәҫелгә, йәғни Хәким Сәхиуллин менән уның һөйгәне Гөлзифаға, уларҙың балалары, ейәндәренә ҡағылышлы бер нисә быуындың йәшәү рәүеше, тормош коллизиялары, көнкүреше, социаль-иҡтисади, драматик, хатта трагик ситуацияларҙа баҙыҡ, аныҡ образдар аша асып бирелә.
Яҙыусының «Быуат ҡанатында» исемле романы XIX быуат аҙағынан алып XX быуат башына тиклем дәүерҙә барған ваҡиғаларҙы эсенә ала. Халыҡтың тарихи яҙмышы, әхлаҡи йөҙө, социаль-иҡтисади хәле – барыһы ла тетрәндергес итеп һүрәтләнә, уҡыусыны ҡыҙыҡһындыра, үҙенә йәлеп итә. Әҙип ябай хеҙмәт кешеләрен үҙәккә ҡуя, уларға һоҡланыуын белдерә, уларҙан рухи көс таба, әхлаҡи матурлыҡ эҙләй.
Әҫәрҙә төп ваҡиғалар ағышы Урал тау буйҙарында – Башҡортостан киңлектәрендә барһа ла, персонаждар Азия, Европа яҡтарына ла барып сыға, себер, Чечня тарафтарына юлыға. Улар баштарына ниндәй генә ауырлыҡ төшһә лә, еңеп сығырға тырыша.
М. Нуриев – «Атығыҙ таңдарым» (2004 й.), «Салауат рухы» (2004 й.), «Эй, ғәзиз тормош» (2004), «Китмә яҙым» (2005 й.), «Нур тарала» (2008 й.) исемле шиғри йыйынтыҡтарҙың авторы. 1995 йылда «Мөхәммәт Пәйғәмбәребеҙгә мәҙхиә» поэмаһы менән Төркиәлә халыҡ-ара әҙәби конурста ҡатнашып, иң юғары призға лайыҡ була һәм лауреат исемен ала.Үҙен әйләндереп алған донъя менән туғанлыҡ, берҙәмлек, һәр кемдең яҙмышы өсөн яуаплылыҡ тойғоһо М. Нуриев лирикаһының төп асылын тәшкил итә.
Әҙиптең ғаиләһенең, барлыҡ туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ.

Тәлғәт Шаһманов. 

Автор:
Читайте нас