Ауыл имамы Мөхәмәтсәлим хәҙрәттең йорто ул. 1929 йылда уны һәм һуҡырайған үгәй әсәһен, улы, килене һәм уларҙың биш балаһын ошо өйҙәренән ҡыуып сығаралар. Раскулачивание, байҙарҙың мөлкәтен тартып алыу ҡыҙған мәл. Барлыҡ ғаилә йәйҙең эҫе ҡояш аҫтында көнө буйы урамда ултыралар, береһе лә яндарына килергә баҙнат итмәй. Кисен генә Ноғман Иҡсанов уларҙы үҙенең мал йортона алып ҡайта. Был йортта урындыҡ та булған икән, Мөхәмәтсәлим хәҙрәт шунда ултыра ла ошо шиғырҙы уҡый:
Һис тә шөкөр ҡылманым мин,
Ниғмәтемдең барына,
Шул сәбәптән был афәттәр
Дусар булды йәнемә...
Раскулачивать ителгән ғаилә Һамар яғына сығып китә...
Тарихтың дауамы гәзиттә баҫыласаҡ.