Ауылдың кендек инәһе, ағинәйе (ул саҡта бындай исемде өҫтөн ҡушып бирмәгәндәр, халыҡ үҙе ҡушҡан) Тутыя Ишбаеваның (ҡыҙ фамилияһы Аҡманаева) йорто. Дөрөҫөрәге, элекке йорто, сөнки уны раскулачивание ваҡытында Тутыянан колхоз тартып ала, тәүҙә кәнсәләр була, аҙаҡ мәктәп итәләр. Инәйҙең үҙенә, биш балаһы менән, йорттоң бәләкәй генә бер мөйөшөнән урын бирәләр (рәхмәт төшкөрҙәре). Фотола иҫкергән йортто ауыл ирҙәре яңыртып йөрөгән мәле һүрәтләнгән.
Әле лә теге йәки был кешенең мөлкәтен конфискациялау- тартып алыу тигән фекерҙәр яңғырай башланы. Тарих, ысынлап та, гел ҡабатлана икән.
Иҫке фотоларға бәйле мәҡәлә гәзиттең үткән һанында баҫылды.