Илкәнәй ауылына Ғиләжетдин хәҙрәткә килә, унан Яманғолға, Шәрифуллаға, кис кенә Тутыяға ла килеп, ашап-эсеп китә...
...Туғандарына арнап, Тутыя инәйебеҙ ошолай тип йырлай:
Абзыҡайымдың еккән аттары
Күк саптарҙыр күбеһе,
Абзыҡайымдың дуҫ-иштәре
Дошман ғына булды күбеһе.
Бесәнсенән сығып киткәндә, Абдулла ныҡ рәней, бәддоға уҡып китә. Бер мәл, ауылда ямғырҙар яумай, ҡоролоҡ башланғас, колхоз бер ҙә алға бармай тип, ошо бабайҙың рәнейше ебәрмәйҙер тип, билдәле шәхестәр Венер һәм Юнир Аҙнағоловтар муллалар рухына ҡорбан сала...
Хат тулыһынса гәзиттә баҫылды.