Ғәзиз кешебеҙ киң күңелле, кешеләргә гел изгелек ҡылыусы, ғүмеренең һуңғы көндәренә тиклем балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә ярҙам итеп, шунан ҡәнәғәт алып йәшәүсе, оло йөрәкле, асыҡ, ярҙамсыл, туған йәнле кеше ине! Уны белеүселәр, ҡәҙерлеләребеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Күпме генә ваҡыт үтһә лә, ул күңелдәрҙә мәңге һаҡланасаҡ.
Мәрхүмебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын. Тыныс йоҡла, ҡәҙерлебеҙ.
Юҡ, онотолмай, иҫтә барыһы ла,
Ҡаршы алып, оҙатып ҡалғаның.
Юҡ, онотолмай, һаман һағындыра,
Әтейемдең нурлы йөҙҙәре.
Юҡ, онотолмай, күңел һыҡрап илай,
Ярһып, тырнап ала йөрәкте.
Йылдар үткән һайын һағындыра,
Өҙгөләтеп инде үҙәкте.
Мәрхүмдең ҡатыны, барлыҡ балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.