Хәтер
30 Ғинуар 2024, 07:43

Мәңге йәшәр

Руслан 1983 йылғы ғына. 

Мәңге йәшәрМәңге йәшәр
Мәңге йәшәр

Мәләүез ҡалаһында тыуған, шунда уҡ уҡыған, төҙөүсе һөнәрен алған, Чечняла хеҙмәт иткән, ошо хеҙмәтендә хәрби наградалар алған, армиянан һуң, төҙөлөш эштәрендә эшләгән, 2022 йылдың 16 октябрендә мобилизация менән яуға алынған...
29 ғинуарҙа уны ерләнеләр. Мәләүез ҡалаһына Буранбаев Руслан Ирәндек улы менән мәңгелеккә хушлашырға беҙҙең район кешеләре лә барҙы. Русландың тамырҙары беҙҙең яҡтарға ла тоташҡан - уның әсәһе Ялсыҡай ауылынан. Үҙе лә бик йыш ошо ауылға килеп йөрөгән. Беҙ һулаған һауаны һулаған, беҙ эскән һыуҙарҙы эскән, беҙ еҫкәгән сәскәләрҙе еҫкәгән.
Ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, Ирәндек ағай, Әнисә апай. Тыуған ил алдындағы бурысыңды һуңғы һулышыңа тиклем үтәгән улығыҙ Руслан беҙҙең күңелдәрҙә мәңге йәшәр.

Автор:
Читайте нас