Все новости
Хәтер
11 Февраля , 11:11

Көйөргәҙе районы Мортаза Рәхимовҡа рәхмәтле

Әхәт Ҡотлоәхмәтов, Көйөргәҙе районының Почетлы гражданины:

Көйөргәҙе районы Мортаза Рәхимовҡа рәхмәтле
Көйөргәҙе районы Мортаза Рәхимовҡа рәхмәтле

- Хөрмәтле Мортаза Ғөбәйҙулла улын һағынабыҙ. Ул кешелекле булды. Беҙҙең Көйөргәҙе районын күршеләр тип хөрмәт итте, яратты.
Республикабыҙ Башлығы булып эшләү дәүерендә районыбыҙҙа ике тапҡыр Совет үткәрҙе. Уның ярҙамы менән күпме мәктәптәр, ФАП-тар,
башҡа объекттар төҙөлдө һәм ремонтланды. 67 км юлдарыбыҙға асфальт түшәлде. Көйөргәҙе районы Мортаза Рәхимовҡа рәхмәтле. Уның ососронда күп эштәр башҡарылды, ярҙам ҡулын да һуҙҙы. Изгелекле ине, ағай. Бар эште лә контролдә тотто. Аҙна һайын мотлаҡ шылтыратып хәлдәрҙе белеште. Шәмбе, йә йәкшәмбе көнө шылтырата торғайны. Ул тере бәйләнеште хуп күрҙе, хәҙерге кеүек видео кәңәшмәләрҙе үҙһенмәне. Ябайлығына, халыҡсанлығына иҫ китерлек ине. Ваҡытында әрләй ҙә, маҡтай ҙа белде. Уның шаянлығы айырыуса айырылып торҙо. Бер һүҙ менән әйткәндә беҙҙең уҡытыусыбыҙ булды. Уның кеүек кешеләр күберәк булһын ине, күп нимәгә өйрәндек.

Автор:
Читайте нас: