- Башҡортостанына, халҡына бар тормошон бағышлаған шәхес ул. Уның башҡарған эштәрен һанап бөткөһөҙ. Олоғайған көнөндә лә халыҡ нисек йәшәй, мал тотамы, ас ултырмаймы, икмәк һалалармы, балалар тыуамы тип халыҡты ҡайғыртып ултырҙы. Һөт тә, ит тә кәрәк, игенде лә етештерегеҙ тип атайҙарса хәстәрлек күрһәтте.
Республикабыҙҙа халыҡ артһын, кеше туҡ, өҫтө бөтөн, халыҡ ергә яҡын булһын, шәхси йорттарҙа йәшәһендәр, балалар ерҙә йөрөһөндәр, баҡсала эшләп үҫһендәр, тәбиғәткә яҡын булһындар тип тырышты.
Тәрән уйланы. Үҙен кеше алдында ябай тотто. Бер ваҡытта ла кешегә тауыш күтәрмәне. Мин Күгәрсен районында эшләгән ваҡытта көн һайын киске алтынсы яртыла шылтыратып хәл белешә торғайны. Эшкә ҡамасауламаҫ өсөн шулай кисен шылтыратыр ине ул. Үҙенең бай тәжрибәһе менән уртаҡлаша, кәрәкле кәңәштәрен бирә торғайны. Аҙаҡҡы көндәрендә күҙе күрмәгәндә лә шылтыратып халыҡ йәшәйеше менән ҡыҙыҡһынып торҙо: иген үҫтеме, бесән етәме, ямғыр яуамы... Ауыл хужалығын ныҡ яратты. Игенселәрҙе, һауынсыларҙы, малсыларҙы хөрмәт итте. Һәр бер кешегә оло өлгө булырлыҡ шәхес ине.