Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Февраль 2024, 08:24

Февраль бурандары Рәми ағайҙы беҙгә бирҙе һәм тартып та алды

Тик күңелдәрҙә янған Рәми уты, Рәми рухы йылдан -йыл нығыраҡ яна бара. Һәм ул һүнмәйәсәк тә!

Февраль бурандары Рәми ағайҙы беҙгә бирҙе һәм тартып та алды
Февраль бурандары Рәми ағайҙы беҙгә бирҙе һәм тартып та алды

Ҡарлы – буранлы февраль айында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев премияһы лауреаты, яратҡан шағирыбыҙ, беҙҙең мәктәп сығарылыш уҡыусыһы Рәми ағай Ғариповтың тыуыуына 92 йыл тула.
Һәр йыл һайын 12 февраль көнө гимназиябыҙҙа шағирҙы иҫкә алыу тантанаһы үткәрелә. Быйыл да Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә бағышланған Хәтер сараһына мәртәбәле ҡунаҡтар – башҡорт әҙәбиәтенең күренекле шағирәләре, Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү Почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы, беҙҙең уҡыу йорто сығарылыш уҡыусыһы Миңлегөл Сәлимйән ҡыҙы Хисамова, “Башҡортостан республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Шәһит Хоҙайбирҙин, Рәми Ғарипов премиялары лауреаты, журналист, шағирә Зөһрә Ҡотлогилдина, Башҡортостан республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының милли бүлек етәксеһе Илдус Фәнил улы Ҡаһарманов саҡырылды.

Килгән ҡунаҡтар уҡыусыларға нәсихәттәрен еткереп, уҡыуҙа тик алдынғылар рәтендә генә булырға саҡырҙы. Гимназия директоры Илнур Рифат улы Сәлихов шағир рухына тап төшөрмәй, тыуған илгә, туған телгә тоғро булырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Шулай уҡ сара барышында уҡыусылар тарафынан шағирҙың шиғырҙары яңғыраны.

Эйе, ҡарҙар туҙҙырып дулаған февраль бурандары Рәми ағайҙы беҙгә бирҙе лә, шулай уҡ тартып та алды. Тик күңелдәрҙә янған Рәми уты, Рәми рухы йылдан -йыл нығыраҡ яна бара. Һәм ул һүнмәйәсәк тә!

Лилиә Әминева.

Автор:
Читайте нас