Хәтер
15 Февраль 2024, 10:06

Батырлыҡ өлгөһө

Минең иң ҡәҙерле, яҡын кешем, атайым - Мансур Ғафур улы Әбдрәхимов та Афған һуғышында ҡатнашҡан кеше, ул хәрби хәрәкәттәр ветераны ине.

Батырлыҡ өлгөһөБатырлыҡ өлгөһө
Батырлыҡ өлгөһө

Тыуған иленә булған бурысын үтәргә юлланғанда, атайыма ни бары 18 йәш кенә булған һәм бер нисә йыл ғүмерен ул тап ошо һуғыш эсендә үткәргән. Берҙән-бер көндө атайым хәбәр килмәй башлай һәм яҡындары уны мәңгелеккә юғалттыҡ тип уйлай. Беҙҙең бәхетебеҙгә, ул өс йылдан һуң, был һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайта.
Афған һуғышы тураһында төрлөсә яҙалар, төрлө хәбәрҙәр йөрөй, ҡайһы берәүҙәр уны кәрәкмәгән, билдәһеҙ, тип һанай. Әммә ләкин, бөгөнгө көндә барыһы ла ошо утлы, ҡәһәрле, ҙур юғалтыулы юлдарҙы үткән батырҙарыбыҙға хөрмәт күрһәтәләр, яуҙа баштарын һалған батырҙарҙы ла онотмайҙар, йылы хәтирәләр менән иҫкә алалар.
Ҡыҙғанысҡа, минең өсөн ысын батырлыҡ өлгөһө булған, ошо һуғышты лайыҡлы үткән атайым Мансур Ғәфүр улы яңыраҡ яҡты донъяларҙан китеп барҙы, шуға ҡарамаҫтан, ул һәр саҡ минең хәтеремдә.

Ләйсән БАЙҒОТЛИНА, Яңы Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас