+22 °С
Ямғыр
Яманһары ауылында йәшәп яңыраҡ ҡына яҡты донъяларҙы ҡалдырып киткән ғәзиз кешебеҙҙе - Вәлитова Ғөмәйрә Зыязитдин ҡыҙын быйыл, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күҙҙәренә бағып, ҡосаҡлап, сәскәләр бүләк итеп ҡотлай алмайбыҙ. Күңелебеҙҙән генә әнейбеҙгә, ҡәйнәбеҙгә, өләсәйебеҙгә булған рәхмәт һүҙҙәрен күктәргә ебәрәбеҙ. Беҙҙең менән бергә уны белгән барыһы ла ҡәҙерлебеҙҙе матур хәтирәләр менән иҫкә алһын ине.