Билдәле, барыһы ла иҫән ҡайта алмаған, улай ғынамы, һуғыш касафаты йылдар үтһә лә үҙен һиҙҙерә, утында яндыра, күпме тән һәм йән яралары алып ҡайтҡан егеттәребеҙ, яуҙан иҫән ҡайтһа ла, үтә иртә донъянан китте.
Ермолаево ауылында ла митинг үтте. Уны үткәреү тәртибен саҡ ҡына үҙгәрткәндәр икән - хәҙер сәскәләрҙе сара башында уҡ һалалар, аҙаҡ телмәргә күсәләр. Тәртип, яңы хужа килеү менән һәр саҡ үҙгәрә, тик яралар барыбер иҫке булып шул көйө ҡала.