Хәтер
15 Февраль 2024, 07:19

Уңалмай һаман

Быйыл был датаны юбилей тиергә була.

Уңалмай һаманУңалмай һаман
Уңалмай һаман

35 йыл. Ҡәһәрле афған һуғышы тамамланыуға ошо сама йыл үтеп киткән. Байтаҡ ғүмер кеүек тойолһа ла, ул кисә генә булған кеүек, яралар уңалмай.
Бөгөн Күмертауҙа афғансылар өсөн концерт үтте, йөҙҙән ашыу һалдатҡа иҫтәлекле миҙал тапшырҙылар. Аҙаҡ барсаһы митингҡа йыйылды. Телмәр тоттолар. "Онотмабыҙ, рәхмәт, һуғыштар булмаһын". Интернационалистар өсөн генә әйтелмәне кеүек был һүҙҙәр. Айырыуса аҙаҡҡа һүҙҙәре күңелгә ятышлы яңғыраны.

Автор:
Читайте нас