Все новости
Хәтер
19 Февраля , 09:31

Дуҫым ҡәберенә барам...

Йәш инек, матур инек...

Дуҫым ҡәберенә барам...
Дуҫым ҡәберенә барам...

БДУ-ның 1-се курсын тамамлағанда күңелле итеп, шау-гөр килеп ике егетебеҙҙе армияға оҙаттыҡ. Нафиҡ Аллабирҙин Афғанстанға эләкте. 3-сө курсҡа килеүгә уның һәләк булыуы тураһында хәбәр көтөп торған булып сыҡты. Күмәкләп тыуған ауылына - Көйөргәҙе районына барҙыҡ, дуҫыбыҙҙың ҡәбере янында түгелеп-түгелеп иланыҡ... ( Һәр быуындың - үҙ афәте!)

Группалашыбыҙ Рәйес Түләктең шул көндәрҙә яҙған шиғыры:

Дуҫым ҡәберенә барам...
Атаһы алдан бара.
Уйҙарым елдәр шикелле
Йөрәк итемде тарай.
...Ҡулды һуҙырлыҡ ара,
Һикереп төшөрлөк ара.
Тик арала ер - ҡара,
Тере сығарып ҡара!
Туғаны хәлде һиҙгәндәй,
Йыуаныс һөйләп ҡарай.
Тик дуҫҡа һөйөүем - йөрәк,
Йөрәк күҙҙәрҙе яра.

Рәйес Түләков. Яҡшымбәт. 12.09.84.

Рәшиҙә Мәһәҙиева, Өфө ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас: