Все новости
Хәтер
1 Марта , 14:29

Онотолмай, мәңге онотолмай

Ялсыҡай ауылында тыуып үҫкән ҡәҙерле улым, мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ, бабайыбыҙ, олатайыбыҙ Навил Нәүфәл улы СӘҒИТОВтың мәңгелеккә арабыҙҙан китеүенә 5 йыл тулды.

Онотолмай, мәңге онотолмай
Онотолмай, мәңге онотолмай

Яҡыныбыҙ, ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, алсаҡ йөҙлө, аҙ һүҙле, мәрхәмәтле, кешеләргә ярҙамсыл булды. Ҡулынан бөтә эш тә килә ине. Эшләйем, йәшәйем, донъя көтәм тип дәртләнеп йөрөнө. Беҙ яҡыныбыҙҙы һағынабыҙ, ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Класташтары, туғандары, ауылдаштар ғәзиз кешебеҙҙе тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Мәрхүмебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын ине.
Онотолмай, мәңге онотолмай
Күҙ йәштәре инде кипһә лә,
Онотолмай беҙҙең ҡәҙерлебеҙ
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Һағынып, иҫкә алып әнейе Флүрә, абзыйы, һылыуы, кейәүе, уларҙың балалары.

Автор:
Читайте нас: