Все новости
Хәтер
1 Марта , 14:40

Йөрәк яралары төҙәлмәй

1 март көнө беҙҙе оло ҡайғыларға һалып яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле, изге атайыбыҙ, хөрмәтле бабайыбыҙ, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан, оло йөрәкле олатайыбыҙ, ҡәҙерле кешебеҙ - Шәкүр Закир улы ХӘЛИТОВтың мәңгелеккә беҙҙең арабыҙҙан китеүенә 1 йыл була.

Йөрәк яралары төҙәлмәй
Йөрәк яралары төҙәлмәй

Ҡәҙерлебеҙҙең яҡты донъянан китеүе беҙҙең өсөн үтә лә ауыр булды, бер генә лә ышанаһы килмәй. Бпер йыл тулһа ла йөрәк һыҙлауҙары баҫылмай, ихлас уның йылмайыуы күҙ алдарыбыҙҙан китмәй. Яҡыныбыҙ бик тырыш, хеҙмәт һөйөүсән булды. Оҙаҡ йылдар “Искра” заводында эшләне, үҙ эшен бик яратып, намыҫлы башҡарҙы, гел маҡталып Почет таҡтаһынан төшмәне.
Уны һуңғы юлға бик ололап оҙтаыуҙа ҡатнашҡан барығыҙға ла Аллаһы Тәғәлә ныҡлы һаулыҡ, ҡайғы-хәсрәтһеҙ, имен тормош бирһен, ҡайғы елдәре һеҙҙе урап үтһен.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урындары тыныс, йомшаҡ, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Ваҡыт дауа тиҙәр, дөрөҫ түгел,
Йөрәк яралары төҙәлмәй.
Йөрәк әрней, шашыр дәрәжәле,
Һағыш, әрнеүҙәргә түҙә алмай.
Ваҡыт дауа тиҙәр, дөрөҫ түгел,
Юйып ҡара яҡын кешеңде.
Күҙ йәшеңде күрһәтмәҫкә теләп,
Түҙәһең тик ҡыҫып тешеңде.
Ваҡыт дауа тиҙәр, дөрөҫ түгел,
Әрнеп, әрнеп тибә йөрәгең.
Тик көсәйә теләк, яҡыныңды,
Тик бер генә күреү теләге!
Ҡәҙерлебеҙ һәр ваҡыт беҙҙе хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Һине һағынып, юҡһынып тормош иптәшең, балаларың, кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас: