Все новости
Хәтер
1 Марта , 16:19

Яратабыҙ, юҡһынабыҙ, һағынабыҙ

Әлмирә һәм Баязит БАЙБУЛАТОВТАР.

Яратабыҙ, юҡһынабыҙ, һағынабыҙ
Яратабыҙ, юҡһынабыҙ, һағынабыҙ

1 мартта ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Әлмирә Камил ҡыҙы Байбулатованың баҡыйлыҡ донъяһына күскәненә алты йыл һәм 20 апрелдә яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ Байбулатов Баязит Фәтхлислам улының арабыҙҙан китеүенә өс йыл тула. Ҡәҙерлеләребеҙ, һеҙҙе бер көнгә лә онотоуы мөмкин түгел... Яратабыҙ, юҡһынабыҙ, һағынабыҙ.
Һауаларҙа парлы аҡ күгәрсен
Күргән һайын уйға батамын,
Мәңгелеккә баҡыйлыҡҡа киткән
Ғәзиздәрем һымаҡ тоямын.
Йөрәктәрҙе ярҙы был һалҡын көн,
Шул һалҡынлыҡ өтә үҙәкте.
Үтә көндәр, айҙар, үтә йылдар...
Һаман һағыш өҙә үҙәкте..
Хөрмәтле туғандар, ҡәрҙәштәр, ауылдаштар! Был көндө уларҙы белеүселәр, һөйөклө әсәйемдең һәм атайымдың изге рухтарын, яҡты иҫтәлектәрен йылы хәтирәләр менән иҫкә алыуығыҙҙы һорайым.
Күк йөҙөндәге иң сағыу, яҡты йондоҙҙарҙың береһе булып балҡыйһығыҙ һеҙ ҡәҙерлеләребеҙ беҙҙең өсөн, һеҙ һәр ваҡыт беҙҙең янда! Һөйөклө әсәйем һәм атайым, йәнегеҙ йәннәттә булһын!
Мәрхүмдәрҙең барлыҡ яҡындары исеменән ҡыҙы Венера Байбулатова

Автор:
Читайте нас: