Все новости
Хәтер
4 Марта , 11:29

Ярты йыл һинһеҙ

Кисә минең ҡәҙерле, яҡын һәм ғәзиз кешем, һөйөклө апайым - Юлиә Рафиҡ ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАның был яҡты донъяларҙан китеүенә ярты йыл да булды.

Ярты йыл һинһеҙ
Ярты йыл һинһеҙ

Яҡыныңды юғалтыуҙан да ауыр ҡайғы юҡ, инде ярты йыл үтеп китһә лә беҙҙең йөрәк ярабыҙ уңалмай, ҡәҙерлебеҙҙе уйламаған бер көнөбөҙ юҡ. Юлиә апайым шул тиклем тормош һөйөүсән, һәр яҡлап та әүҙем, егәрле, асыҡ күңелле булды. Апайымдың йөҙөнән ихлас йылмайыуы бер ҡасан да китмәҫ ине. Уның арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә һаман ышана алмайым.
Апай, һинең яҡты йөҙөң, изге рухың, йылмайыулы йөҙөң мәңге минең күңелдәрҙә һаҡланыр, урының ожмахта, йәнең йәннәттә, ауыр тупраҡтарың еңел булһын.
Һине һағынып туғаның Александра.

Автор:
Читайте нас: