Все новости
Хәтер
6 Марта , 09:11

Мәңгелек түгел шул әсәйҙәр

Ваҡыт еткәс, китеп баралар.

Мәңгелек түгел шул әсәйҙәр
Мәңгелек түгел шул әсәйҙәр

Ә балалар, дауам итеүселәр булып,

Был донъяла йәшәп ҡалалар.

Беҙҙең өсөн изге йәнле,оло йөрәкле, ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, апайыбыҙ Гөлсирә Муса ҡыҙы Йансәйетованың арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә биш йыл булды. Ғәзиз кешебеҙ киң күңелле, оло йөрәкле, ярҙамсыл туған йәнле кеше ине. Уны белеүселәр яҡшы хәтирәләр менән иҫкә алһындар ине. Мәрхүмәбеҙҙең урыны ожмах түрҙәрендә, йәне йәннәттә булһын. Бирешмәҫкә һин өйрәттең, әсәй, Күңел илаһа лә, йылмайырға.

Ҡарҙар баҫып киткән юлдарҙа ла,

Яңғыҙ ҡалғанда ла, юл һалырға.

Һөйләмәҫкә һин өйрәттең, әсәй,

Кеше яңғылышлыктарын күргән саҡта,

Үҙ донъяңды, тинең,матур һаҡла.

Көнләшмәҫкә һин өйрәттең, әсәй,

Көс түкмәйсә генә тапҡан малдан.

Һинең һүҙҙәреңде иҫтә тотоп,

Үҙ юлдарыбыҙҙы үҙебеҙ һалабыҙ.

Мәрхүмәнең балалары,ейән_ейәнсәрҙәре, туғандары.

Автор:
Читайте нас: