Все новости
Хәтер
9 Марта , 11:55

Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡатынға ҡарағанда нығыраҡ ҡыуанды

Үткәндәрҙе иҫкә алып. 

Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡатынға ҡарағанда нығыраҡ ҡыуанды
Әхәт Ҡотлоәхмәтов ҡатынға ҡарағанда нығыраҡ ҡыуанды

Райондың быйылғы Ҡатын-ҡыҙҙар форумы былтырғыһына ҡарағанда ла шәберәк үтте һымаҡ. Нилектәр былай тойолалыр, белмәйбеҙ. Айсыуаҡ мәҙәниәт йорто сәскәләр менән тулы, бер яҡтан ысын сәскәне күҙ уңында тотһаҡ, икенсе яҡтан ҡыҙҙарыбыҙҙы шулай атайбыҙ. Бүләкләнеүселәр бихисап, барыһын да теҙеп яҙһаң, ВК бите генә түгел, ҡалын китапҡа һыймаҫ. Бына Шәүәли Вахитов премияһы лауреатын әйтмәй булдыра алмайбыҙ. Быйыл премияны Искра хужалығы һауынсыһы Аҡһарова Миңлебикә алды. Был ваҡиғаға Әхәт Ҡотлоәхмәтов премия алыусы ҡатынға ҡарағанда ла үҙе нығыраҡ ҡыуанды булһа кәрәк, әйтерһең, үҙе лауреат булды. Былтыр 10 мең ине премия суммаһы, быйыл 25 мең һум тине.

7 март, 2019 йыл. 

Автор:
Читайте нас: