Все новости
Хәтер
9 Марта , 10:18

ОНОТОРЛОҠ БУЛДЫМЫ НИ ҺИНЕ...

Кисә — Зөһрә Ҡотлогилдинаның һөйөклө тормош иптәше Нияз Мәһәҙиевты иҫкә алыу көнө булды. 

ОНОТОРЛОҠ БУЛДЫМЫ НИ ҺИНЕ...
ОНОТОРЛОҠ БУЛДЫМЫ НИ ҺИНЕ...

ОНОТОРЛОҠ БУЛДЫМЫ НИ ҺИНЕ...
Оноторлоҡ булдымы ни һине,
Һин донъяла берҙән-бер инең.
Төҫ-башыңа, буй-һыныңа ҡарап,
Күптәр һоҡланырлыҡ ир инең.

Йор һүҙеңде, сәсән телең тыңлап,
Хәлдән тайып көлә инеләр.
Һәр хәрәкәт, күҙ ҡарашың күреп,
Һин – тыумыштан артист, тинеләр.

Тик тормошто сәхнә итмәнең һин,
Былай ҙа күп беҙҙә ундайҙар,
Гел шаяртып йөрөгәс, күптәр һине
Еңел йәшәй тиеп уйлайҙар.

Уйлаһындар, нисек көн иткәнде
Беҙ үҙебеҙ генә белдек бит.
Һығылыптар төшөр саҡтарҙа ла
Күҙ йәштәре аша көлдөк бит.

Исемеңдең мәғәнәһе – бүләк,
Бүләк булып ергә тыуғанһың.
Яҡындарың йылытып йәшәһәң дә,
Һиҙмәгәнбеҙ, үҙең туңғанһың.

Һинһеҙ ҡалған тып-тын өйөбөҙҙә
Хәтерләтә һине бар нәмә.
Донъянан да үкендереп киттең
Ҡатын-ҡыҙҙар көнө – байрамда.

Оноторлоҡ түгел ине һине,
Бар уйҙарым һинең турыңда.
Онотормон бары барып ятҡас
Яндарыңда ҡалған урынға.

Зөһрә Ҡотлогилдина.

Автор:
Читайте нас: