Все новости
Хәтер
29 Марта , 16:24

Һүҙһеҙ ҡайғы

Шул көндө, дөрөҫөрәге, иртәгәһенә үк, йыйылып, бергә ҡайғы уртаҡлаша алманыҡ.

Һүҙһеҙ ҡайғы
Һүҙһеҙ ҡайғы

Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалалары Мәскәү өлкәһендә булған ҡот осҡос хәлгә бәйле, дәррәү йыйылып, Хәтер мемориалына сәскәләр, уйынсыҡтар һалғайны.
Күмертау, оло ҡайғы үткәреп, саҡ иҫен йыйған кеше кеүек, бөгөн был фажиғәле көндө, ошо һәләкәттә мәрхүм булғандарҙы иҫкә алды.
Һәйкәл төбөнә сәскәләр, уйынсыҡтар ятты, шәмдәр, яндырылып, ултыртылды. Килгәндәрҙән береһе лә бер ауыҙ һүҙ әйтмәне. Барыһы ла тауыш-тынһыҙ башҡарылды. Кемдең нимә әйтергә теләгәнен былай ҙа бөтәһе лә белә ине.

Автор:
Читайте нас: