Все новости
Хәтер
8 Апреля , 16:41

Рухың шат булһын

Изге ураҙа Рамаҙан айында ҙурәнәйебеҙ рухы шат булһын, тигән ниәт менән уның тураһында ҡалған хәтирәләремде яҙып үтергә булдым. 

Рухың шат булһын
Рухың шат булһын

 Минең ҙурәнәйем Йәмилова Мәғрифә Исмәғил ҡыҙы 1902-се йылда донъяға килеп, шул замандың барлыҡ михнәттәрен күреп үҫеп, тормош һынауҙарын мул татып, уларға бөгөлөп ҡалмай донъя көткән кеше.
Көслө ихтыярлы, аҡыллы, уңған булды минең ҙүрәнәйем. Ул Яманһары ауылында ғүмер итте, ҡартатайыбыҙ Заһит Хәмит улы Йәмилов һуғышта хәбәрһеҙ юғалып ҡала. Ошо ауырлыҡтарға баш эймәй, ҡәҙерлебеҙ яңғыҙы 5 баланы тәрбиәләп үҫтереп, алтынсыһы Шәмсиә исемле ҡыҙының йәтим ҡалған улы Рафаиль абзыйыбыҙҙы ла үҙ ҡанаты аҫтына алып, тәрбиәләп үҫтергән. Ике туған абзыйыбыҙҙы бала саҡта ҙүрәнәйҙең кесе улы тип белә инек.
Беҙ иҫ белгәндән үк (ул ваҡытта әле бик үк ҡарт та түгел ине әле ул), яулығын һәр саҡ ошолай арҡаһын ҡаплап ябынып йөрөй ине.
Сәүит заманында ла һәр саҡ ураҙа тота ине. Беҙ ҙә бала саҡта ҡыҙыҡ күреп сәхәр ашайбыҙ (сөнки сәхәргә иң тәмле ризыҡтар ҡалдырыла), тип ҙурәнәйгә ҡунырға керә инек. Әле лә хәтеремдә, тәмле итеп тары бутҡаһын бешереп ашатҡаны.
Һәр саҡ йорт эштәрен эшләп йөрөр ине. Улы менән килене эштә булғас, балалар ҙүрәнәйем ҡарамағында үҫтеләр, шул 5 балаһын ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып күтәреп, йәки йөкмәп йөрөгәне иҫтә ҡалған. Бер ҡасан да тик торманы, һәр саҡ нимәлер эшләп йөрөр ине.
Изге Рамазан айында ҡәҙерле кешебеҙҙең фотоһын һаҡлап, туғандар төркөмөнә ебәргән Зөлфиә киленебеҙгә мең рәхмәт. ошо фотоны күргәс уның тураһында тулыраҡ яҙып үтергә булдым.
Яратҡан ҙүрәнейебеҙҙең рухы шат булып, тыныс ятһын, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын ине, тип теләйбеҙ.
Гөлназ ЙӘМИЛОВА, Күмертау ҡалаһы. 

Автор:
Читайте нас: