Все новости
Хәтер
19 Апреля , 15:40

Эш ысын кешене ярата

Минхәйер Һибәтулла улы ҒАРИФУЛЛИН - исеменә есеме тура килгән кеше булды.

Эш ысын кешене ярата
Эш ысын кешене ярата

Тыуған ауыл Мусала ла, эшләгән Таймаҫ совхозында ла, Көйөргәҙе районында ла хөрмәт ҡаҙанған, үрнәк кеше булды. Әммә, ҡыҙғанысҡа, был ябай, эшсән кешебеҙ, тормошто ҙур ихласлыҡ менән яратып йәшәгәндә, яҡты донъя менән хушлашырға насип булды.
Тәбиғәттең үҙ законы - донъяға тыуыу, донъя менән хушлашыу - бәхәсһеҙ. Апрель айында ҡәҙерле кешебеҙҙең был яҡты донъяларҙан китеүенә бер йыл да булды инде.
Минхәйер, алдан әйтеп үтеүебеҙсә исеменә күрә - есеме кеше ине. Битендәге ҡара миңе уға шул тиклем килешеүе, мөләйемлек өҫтәп тороуы һоҡландыра ине.
Ул бик тә хәйерле, намыҫлы, эшсән, күркәм булды, кейеме лә уның эшсәнлеген билдәләй ине. Бөхтә, тыйнаҡ, аҡыллы, сабыр ҡарашлы, ипле мөнәсәбәтле кеше булды. Уның өсөн дүрт сәғәт йоҡо - норма ине. Ул бик күп әҙәби китаптар ҙа, эше буйынса журналдар ҙа күп уҡыны. Яҡшы үрнәктәрҙе үҙ иткәндер. Һөнәрен дә бик белеп, яратып һайланы, агроном - тәбиғәт балаһы. Совхоз даны, ауыл үрнәге кеше булды, совхоздың атҡаҙанған агрономы ине ул.
Хәлде дөрөҫ баһалай ҙа белә ине, алдан самалай торған сифаты ла булды. Ҡарҙар ирер-иремәҫтән йәйәү йөрөп, ҡарап сыға ине ялан-ҡырҙар, баҫыуҙарҙы. Победаның сикһеҙ ерҙәренән - ҙур кинәнес алғанлығын күрһәтә ине, маңлайынан сыҡҡан тирҙәре.
Кешегә бер тура тура тултырып күҙҙәренә ҡарап, кешенең кемлеген дә самалай ине. Зирәк, аҡыллы, эшсәнлеге күптәргә үрнәк ине. Аҡ тештәрен сабыр ғына ялтыратып, түҙемлеген күрһәтеп, эске ғорурлыҡ менән ҡаршылыҡтарҙы юҡҡа сығара белде. Эште тиҙләтеү һәм тейешле дәрәжәгә алып барыуы менән ике профессия ( агроном һәм идарасы) эштәрен, яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, бар көсөн, тырышлығын, белемен эшкә биреп, илһамланып, дәртләнеп эшләп йөрөгәнен дә ҡыйынлыҡтар килеп сыҡһа ла, артҡа сигенмәйенсә алға барҙы.
Тормош үҙ яйына бара, ләкин беҙгә һин етмәйһең, һөйкөмлө күҙ ҡараштарың күҙ алдарынан китмә. Һинең кеүек кеше үлмәй, кеше күңелендә, йөрәгендә эске бер оло хөрмәт менән йәшәй.
Туғандар исеменән тыныслыҡ теләп Асия апайың.

Автор:
Читайте нас: