Все новости
Хәтер
20 Апреля , 11:33

Ейәндәр ғорурлығы

Уның ейәне Саша беҙҙе бер ай элек үк тызый башланы. 

Ейәндәр ғорурлығы
Ейәндәр ғорурлығы
- Киләһегеҙме-юҡмы, мотлаҡ килегеҙ! 
Ошолай тотошон, өҙмәй ҙә ҡуймай, беҙҙе был сарала күрергә теләүен аңларға була. Олатаһы исеменә, уның яҡты иҫтәлегенә арналған турнир бит ул! Аҙнабаев Йәүҙәт Әхмәтғәлим улының 100-йыллығына арналған шахмат турниры. 
Кисә булған был сара. Ҡыҙғаныс әлбиттә, барып булманы. Шуға Яҡшымбәт мәктәбенә һылтанып ҡына яҙабыҙ: 
"Байрамға Йәүҙәт Әхмәтғәлим улының ҡыҙҙары Фатима, Әлмира, Земфира, Зилә, улы Юлай, ейәне Александр килде. Шулай уҡ бергә эшләгән хеҙмәттәштәре, уҡыусылары булды.
Мәктәбебеҙҙән 24 уҡыусы көс һынашты.
Йәүҙәт абыйҙың балалары үҙҙәре турнирҙың бағымсылары булды. Һәр бер балаға грамота, татлы приз таратылды. Еңеүселәргә аҡсалата премия бирелде.
Ошондай күңелле, фәһемле турнирҙан һуң мәктәбебеҙҙә шахмат яратыусылар тағы ла күбәйер тип уйлайбыҙ".
Данлыҡлы ауылдаштарын, олаталарын онотмауҙары бик мәслихәт, беҙгә лә шулай, йөҙәр йыл үткәс, үҙебеҙҙе маҡтап телгә алып, төрлө саралар үткәрерлек итеп йәшәргә, был донъяла яҡты эҙ ҡалдырырға насип итһен ине. 
Автор:
Читайте нас: