Все новости
Хәтер
23 Апреля , 14:35

Йәшлай ниңә шулай иртә киттең?

Бөгөн беҙҙен ҡәҙерлебеҙ Сарбаев Рамай Рәшит улының тыуған көнө...

Йәшлай ниңә шулай иртә киттең?
Йәшлай ниңә шулай иртә киттең?
60 йәш булыр ине һиңә, ҡәҙерлебеҙ.
... Бик һәйбәт, рияһыз, эскерһеҙ, изгелекле, ихтирамлы шәп кеше ине... Доғаларыбыҙ Рамай Рәшит улы рухына барып ирешһен ине...
Йәшләй ниңә иртә китеп барҙың,
Барыбыҙҙы һалып һағышҡа?
Әллә үҙең ашыҡтыңмы шулай,
Әллә яҙмышыңмы яңғылышҡан?
Һаман зарығып алға өндәп тора
Үтеп бөтөрмәгән юлдарың.
Оло юлдан күҙен алмай көтә
Барыбыҙҙа һине, – улдарың.
Йәшләй ниңә шулай иртә киттең,
Эштәреңде ташлап эшләйһе?
Бәғерҙәрҙе телеп-телеп ала
Күҙҙәремдән тамған йәш еҫе.
Үткәндәрҙе уйлап шиғыр яҙам,
Ямғыр ҡаға түбә ҡалайын.
Ямғыр түгел, иҫкә алып илай
Ер үҙенең үкһеҙ малайын.
Ниңә шулай иртә киттең йәшләй?
Беҙ еттек бит өлкән йәштәргә.
Тейеш инең беҙҙең менән бергә
Йәшәргә лә әле, йәшәргә.
Хәҙер инде беҙгә ҡалды һине
Һағынып ҡына иҫкә алырға.
Бергә булған ғәмһеҙ ваҡыттарҙы
Шиғырҙарға, йырға һалырга.
Мәрхүмдең әсәһе, ҡатыны, улдары Илнар һәм Тимур, килене Розалия, ейәнсәрҙәре Әминә, Сафина һәм барлыҡ туғандары, ҡоҙа,ҡоҙағыйы.
Автор:
Читайте нас: