Хәтер
24 Апреля 2024, 10:34

Руслан туғанымдың йәне йәннәттә булһын

Уйламағанда, көтмәгәндә 41 йәшлек кенә йәтим туғаным, Руслан Зариф улы Солтангәрәевтың беҙҙең аранан мәңгелеккә китеүен ныҡ ҡыйынлыҡ менән кисерҙем.

Руслан туғанымдың йәне йәннәттә булһынРуслан туғанымдың йәне йәннәттә булһын
Руслан туғанымдың йәне йәннәттә булһын

Ҡәҙерлебеҙҙе һуңғы юлға оҙатҡанда Әлмөхәмәтов Рим Дамир улы тиҙ генә класташтарын ойоштороп, матди ярҙам күрһәттеләр. Римгә ҙур рәхмәт, иҫәнлек, именлек теләйем. Шулай уҡ класташтары Ҡобағошов Флүскә, Хәмитов Рөстәмгә, Солтангәрәева Гөлнараға, Яппарова Әлиәгә, Насырова Эльвираға, Мәҡсүтова Айгөлгә мең-мең рәхмәтлемен. Эш аҡсала ла түгел, ә уларҙың шундай берҙәм, ярҙамсыл булғандарына күңелем булды. Һеҙгә бәрәкәтле тормош, уңыштар теләйем, иҫән-һау булығыҙ.
Руслан туғанымдың йәне йәннәттә булһын, ятҡан урындары тыныс булһын.
Фәүриә ЗӘЙНУЛЛИНА, Таймаҫ ауылы

Автор:
Читайте нас