Хәтер
29 Апреля 2024, 06:44

Шул тиклем аҡыллы, тәртипле, тыныс һәм йомшаҡ күңелле ине

Ошо көндәрҙә минең ҡәҙерле улым, мырҙабыҙ, абзыйыбыҙ Альберт Шәүкәт улы НУРИЕВтың Ватан алдында үҙ бурысын намыҫ менән үтәгәндә һәләк булыуына 29 йыл да була.

Шул тиклем аҡыллы, тәртипле, тыныс һәм йомшаҡ күңелле инеШул тиклем аҡыллы, тәртипле, тыныс һәм йомшаҡ күңелле ине
Шул тиклем аҡыллы, тәртипле, тыныс һәм йомшаҡ күңелле ине

Ҡәҙерлебеҙ шул тиклем аҡыллы, тәртипле, тыныс һәм йомшаҡ күңелле ине. Уның беҙҙең аранан китеүеңә ышаныуы ауыр булды, беҙгә яғымлы итеп ҡарауы әле булһа ла күҙ алдында. Изге йәнле, ярҙамсыл, туған йәнле, алсаҡ йөҙлө ғәзиз кешбеҙҙе белеүселәр, уның изге рухын, яҡты иҫтәлектәрен тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Күпме генә ваҡыт үтһә лә, һин беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланырһың. Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең әнейе Сәриә, абзыйҙары, мырҙаһы һәм туғандары.

Автор:
Читайте нас