Хәтер
1 Май 2024, 08:03

Яҡты эҙҙәре – уның йырҙары

Рәмил Йәүҙәт улы Ниғмәтуллин, тәбиғәттең ҡышҡы һалҡындарҙан арынып, йәшеллеккә төрөнгән мәлендә, йәмле Мораптал ауылында ишле Йәүҙәт һәм Гөлзәминә Ниғмәтуллиндар ғәиләһендә, йәм өҫтөнә йәм өҫтәп, 1959 йылдың 1 майында кинйә бала булып доньяға килә.  

Яҡты эҙҙәре – уның йырҙарыЯҡты эҙҙәре – уның йырҙары
Яҡты эҙҙәре – уның йырҙары

. Уны ике апаһы һәм Фәрит ағаһы шатланышып ҡаршы алалар һәм ҡурсалап үҫтерәләр. Уларға эйәреп Мораптал урта мәктәбендә белем ала. Шук, йылғыр малай, спортка, йырға әүәҫ була. Хатта, иртүк ағаһы йоҡонан торғансы, уның гармунын йәшереп кенә алып, мунсала ҡасып гармунда уйнарға өйрәнә.
Мәктәпте уңышлы тамамлағас, еңел, ыспай гәүҙәле егет, йәш быуында спорт тәрбиәләү теләге менән Күмертау педагогия училищеһында физкультура уҡытыу һөнәрен үҙләштерә. Ләкин ерҙә уйнап үҫкән кеше – ергә тартыла. Урындағы хужалыҡта комбайнер ярҙамсыһы, унан комбайнер булып эш башлай. Армия сафында хеҙмәт итә.
Һәр ерҙә йырлап, кешегә дәрт өҫтәп йөрөүсе Рәмил Йәүҙәт улын Мораптал мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар, директор вазифаһын башҡарырға тәғәйенләйҙәр. Урынында йырлап-бейеп торған кеше, ике лә уйламай ең һыҙғанып эшкә тотона һәм һис яңғылышмай. Оҙаҡ йылдар үҙ вазифаһын яратып, уңышлы башҡара. Төрлө сараларҙа, йәмәғәт эштәрендә актив ҡатнаша. Был йылдарҙы ул - «Оһо-һо, беҙ эшләгән ваҡытта…» тип һағынып иҫкә ала. Эш дәүереннең күп өлөшөн мәҙәниәткә бағышлағас, йәш белгескә эшен тапшырып, алған белеме буйынса Мораптал урта мәктәбенә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килә. Ләкин бында уға һаулығы ҡаҡшау сәбәпле оҙаҡ эшләргә тура килмәй. Шулай ҙа, ҡыҫҡа ғына эш дәүерендә, уҡыусыларҙы үҙенә йәлеп итә, спорт ярыштары уйындарында уларҙы еңеүҙәр яулауға ирештерә. Эштән киткәс уҡыусылары уны һағынып бер булалар.
Рәмил Йәүҙәт улы, төшөнкөлөккә бирелеп, эшһеҙ ултыра торғандарҙан түгел. Оҙаҡ та үтмәй, тормош иптәше Хәмдиә Шәүкәт ҡыҙы менән үҙ эштәрен асып ебәрәләр. Ауыл халҡын, яҡын тирәләге халыҡты яңы ғына мейестән сыҡҡан, үҙҙәре бешергән бәлеш, ваҡ бәлеш, пицца һәм башҡа тәмлекәстәр менән тәьмин итәләр. Эш араһында күңеленә ятышлы йырҙар өйрәнеп, ғаилә байрамдарында, йырҙары менән һыйлай, хатта видеояҙма эшләп, интернет селтәре аша бар халыҡҡа тәҡдим итә.
Рәмил Йәүҙәт улының тормошонда яҡты йондоҙ булып тороусы – уның тормош иптәше Хәмдиәһе. Йәшләй генә өйләнешеп, тормош юлынан бергә атлайҙар. Ҡайҙа ғына йөреһәләр ҙә, ҡайҙа ғына эшләһәләр ҙә улар бер-берһенә терәк, таяныс булып торалар.
Ниғмәтуллиндар үҙ йорттарын һалып, илгә яраҡлы өс ул үҫтерәләр. Ике улдары ғаиләле. Оло улдары яндарында, Киров ауыл хужалығында эшләйҙәр, уртансы улдары махсус хәрби операцияла хеҙмәт итә, төпсөктәре Сахалин яҡтарында эшләп йөрөй. Атай-әсәй балалары менән ғорурланып, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, терәк булып тормош иттеләр...
2006 йылдың 17 мартында мин Ниғмәтуллиндар ғаиләһенә килен булып төштөм. Улар мине (килендәшемде лә) килен итеп түгел, ә ҡыҙҙары итеп ҡабул иттеләр. Ә 2024 йылдың 17 мартында, нәҡ 18 йылдан, был көндө беҙҙең яҡыныбыҙ, хөрмәтле, яратҡан һәм хәстәрлекле әтейебеҙ, беҙҙең йөрәктәребеҙгә яра һалып, ваҡытһыҙ мәңгелеккә күҙҙәрен йомдо. Тырыш, тура һүҙле, намыҫлы, көслө рухлы, изгелекле, ярҙамсыл, тирә-яҡтағыларға иғтибарлы булды. Ә балаларына ҙур терәк, таяныс, өлгө ине. Беҙ, балалары тормош башлағанда, ҡулынан килгәнсе ярҙам итте, белгәнен өйрәтте. Ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яратҡан, хәстәрлекле бабаҡай булды. Беҙ уға бик рәхмәтлебез.
Форсаттан файҙаланып, уны һуңғы юлға оҙатыусы туғандарға, бар ауыл халҡына, барлыҡ килеүселәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Әтейебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Мәрхүмәбеҙҙең урындары йәннәтә булһын, беҙгә риза булып, тыныс ятһын ине. Ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын ҡәҙерлебеҙҙең. Үҙе китһә лә, яҡты эҙҙәре булып, уның йырҙары ҡалды.
Кеше китә, йыры ҡала, тиҙәр...
Ҡала хәтер... Яҡты эҙҙәре...
Әйткән һүҙҙәр, йылмайыуҙар ҡала,
Йомолһа ла мәңге күҙҙәре...
Әлфирә НИҒМӘТУЛЛИНА, Яңы Мораптал ауылы

Автор:
Читайте нас