Барсаһы бергә йыйылып, Батырҙар һәйкәленә гөлләмәләр һалғандар. Ауыл старостаһы Ғәйнетдин Ибраһимов ҡотлоюлдарҙы ҡотлаған, ағинәйҙәре Йәннәт апай Аҡһарова һуғыш тураһында йәнгә үтеп инерлек шиғыр уҡыған. Абыстайҙары Рәсимә апай, әреүәхтәр рухына бағышлап, доға ҡылған...
Аҙаҡ махсус хәрби операцияла һәләк булған улдары Салауат Аҡһаров ҡәберенә барғандар. Ҡәбер өҫтөнә сәскәләр ятҡан, көн ямғырлы, сәскә таждары буйлап тамсылар аҡҡан...