Быйыл муйыл тулыһынса асылып та өлгөрмәгән сәскәһен ҡойорға ла өлгөрҙө: әллә яуған ҡар, әллә көслө ел быға сәбәпсе, әллә тәбиғәт ҡабалана. Муйыл сәскәһе хуш еҫен тирә-яҡҡа таратып та өлгөрмәне бит, ә көндәр һаман йылытырға уйламай.
Тиҙҙән мәктәптәрҙә “Һуңғы ҡыңғырау” байрамы үтәсәк. Уҡыусылар урамдарҙа өшөп-туңып торормо, әллә тамаша залдарында ғына үткәрерме был иҫтәлекле көндө? Ә бит бөтә мәктәп уҡыусылары алдында сығарылыш уҡыусыларын ҡотлауҙың тәрбиәүи әһәмиәте ҙур.
Фотола 1977 йылда Көйөргәҙе районы Яҡуп 8 йыллыҡ мәктәбе уҡытыусылары “Һуңғы ҡыңғырау” байрамында төшөрөлгән. Ҡулдарыбыҙҙа ялан сәскәләренән гөлләмәләр. Көн ҡояшлы, йылы. Мәктәп директоры булып һуғыш ветераны Мортазин Өмөтбай абый (ул ваҡытта уҡытыусы ир-егеттәргә “Абый” тип, ә ҡатын-ҡыҙҙарға “Апа” тип өндәшә инек) эшләй ине. Миңә 17 йәш. 10-сы класты тамамлаған 16 йәшлек үҫмерҙе эшкә алғанына мең рәхмәтлемен уға. Фотолағы уҡытыусыларҙың күбеһе бөгөн инде әхирәттә. Юғары белемле, тәжрибәле уҡытыусылар мине тиң күреп, үҙ коллективына ҡабул итте. Ошонан башланды ла инде минең 46 йылға һуҙылған педагогик эшмәкәрлегем.
Йыл һайын май аҙаҡтары етһә, ошо “Һуңғы ҡыңғырау” байрамын йылы хәтирәләр менән иҫкә алам. Шул ваҡытта уҡ котельныйҙан йылытылған, кабинеттары яҡты, йылы, кирбестән һалынған бына тигән ике ҡатлы мәктәп ине ул. Бер класта ғына 25-әр бала уҡыған ваҡыттар.
Тәбиғәт быйыл ҡәҙимге генә көйөнә ултырып, йылынһын ине лә балаларға бүләк яһаһын ине.
Әлфиә Рәзәпова, Күмертау ҡалаһы.