Ошо көндәрҙә Ялсыҡай ауылында йәшәүсе ҡәҙерле кешебеҙ, яратҡан еҙнәбеҙ, бабайыбыҙ Хәсән Миннибулат улы БАЙҒУЖИН беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.
Ауыр юғалтыу кисергән Нажия апайымдың һәм уларҙың балаларының ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ, Аллаһы Тәғәлә һеҙгә ошо ҡайғыларҙы йырып сығырлыҡ көс, сабырлыҡтар бирһен.
Ошо ауыр саҡтарында апайыбыҙҙы, туғандарыбыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмай, уларҙың ҡайғыһын уртаҡлашҡан, ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, күршеләребеҙгә, ауылдаштарыбыҙға, сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Һеҙҙең барығыҙға ла Хоҙай ныҡлы һаулыҡ, именлек бирһен, ҡайғылар һеҙҙе урап үтһен.
Ҡәҙерле еҙнәбеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә.
Һылыуың Тәскирә, кейәүең Радик, Илдар һәм Гөлдәр.