25 йылдың бер көнөн дә иҫкә алмай ҡалғаныбыҙ юҡтыр. Әнәйебеҙ бик тырыш, уңған кеше ине. Уның бер ваҡытта ла эшһеҙ ултырған сағы булманы. Әҙ генә килеп ултырған ваҡытында ла, ҡулына бәйләүен алыр ине, йә нимә булһа ла уйлап табып эшләр ине. "Мин матурлыҡ яратам"- тип, үҙ ҡулы менән төрлө әйберҙәрҙән сәскәләр, йә башҡа әйбер яһап ҡуя ине. Яран гөлдәрен яратып үҫтерҙе. Көслө кеше булды әнәйебеҙ.Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелеп ултырманы.Шаян, йор һүзле булды. Кеше менән булышманы, ғәҙел булды. Шуға күрә уны әхирәттәре лә, ауылдаштар ҙа, туғандар ҙа бик яратты, Өйөбөҙҙән кеше өҙөлмәне, ҡунаҡсыл ине. Аш-һыуға бик оҫта булды. Ҡайтыуыбыҙға һәр ҡайһыбыҙҙың яратҡан ризығын әҙерләп көтәр ине. Кейәү-килендәрен дә тәүге көндән үҙ итеп, үҙ ҡанаты аҫтына алды.Улар ҙа ҡәйнәләрен бик ихтирам иттеләр. Ейән-ейәнсәрҙәрен барыһын да тигеҙ күреп яратты. Балалар оләсәй менән олатайға ҡайтырға ашҡынып ҡына торҙолар.Тик ғүмерҙәре генә ҡыҫҡараҡ булды, әнәйебеҙҙең. Өйөбөҙҙең түрҙәрендә генә ултыртырға насип булманы шул...Балаларың йөҙөңә ҡыҙыллыҡ килтермәне, әнәйебеҙ! Һеҙҙең кеүек тырышып донъялар ҡорҙоҡ, тәүфиҡлы балалар үҫтерҙек. Инде ейән-ейәнсәрҙәр һөйәбеҙ, һеҙҙең кеүек уларҙы тәрбиәләшәбеҙ, аллаға шөкөр. Беҙ һине һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Тыныс ят, йәндәрең йәннәттә булһын, әнәйебеҙ, ҡәҙерлебеҙ.
Ильмира Рәхмәтуллина.