Көйөргәҙе районында 30 йыл буйы ветеринария бүлеген етәкләгән, әлеге ветеринар станцияһы бинаһын төҙөткән Никанор Калегинға бөгөн таҡтаташ асылды. Кешенең күплеге, барыһы ла үҙ ғүмерҙәрен малдарға бағышлаған кешеләр - ветерандар.
Өфөнән Ветеринария Дәүләт хеҙмәте рәйесе Азат Йыһаншин, мәрхүмдең улы Сергей ҙа килгән (һуйған да ҡаплаған атайың икәнһең тинеләр уға). Никанор Дмитриевич менән бергә эшләгәндәр уның турала иҫтәлектәр менән уртаҡлашты.
- Етмеш йәшен үткәнсе эшләне ул, - тинеләр, - пенсияға сыҡҡас та, төштәремә һаман ферма, малдар инә тиер ине.
Таҡтатшҡа былай тип яҙғандар "Работа такая - животных лечить". Иҫтәлекле таҡтаташты асҡанда, мал табиптарының гимны яңғыраны. Ысын мәғәнәһендә бер Никанор бабайға ғына түгел, ғүмерҙәрен малдарға бағышлаған барлыҡ кешеләргә бөгөн һәйкәл астылар кеүек.