Бөгөн байрамың бит - Пограничниктар көнө, шуға бәйләп, онотмай, һиңә лә биргәндәр. Фотоларыңда бик йыш сик һаҡсыһы формаһында күрәбеҙ һине, моғайын, ныҡ ғорурланғанһыңдыр тап ошо ғәсҡәрҙә хеҙмәт итеүең менән. Элек ауылда мәктәптә лә (ул булған саҡта) фотоң эленеп торҙо, уҡыусылар менән осрашыуға ла саҡыра инеләр - пограничник ҡына түгел, афганец та инең бит һин. Яманһарыла улар бер нисә генә, шуларҙың береһе һин инең, иҫтә, беҙ һеҙгә әллә ҡайҙан, ҙур яуҙарҙан еңеп ҡайтҡан батырҙарға ҡарағандай ҡарай инек, торғонлоҡ заманы, һуғыш тигән алама нәмә әллә ҡайҙа алыҫта бара, беҙҙә юҡ, шуныһына ла ҡыуана инек (бөгөнгө көн килер тип ул ваҡытта башҡа ла инмәй ине). Гармунда уйнағаның хәтерҙә...
Мәҡәлә тулы варинатта гәзиттә баҫыла.