Все новости
Хәтер
1 Июня , 14:11

Беҙгә кемдәр теләне икән

Былар айырылышһын, тип.

Беҙгә кемдәр теләне икән
Беҙгә кемдәр теләне икән

Алдан уҡ әллә күпме һөйләнгән сарабыҙ күҙ асып йомған арала үтеп тә китте. Райондың башҡорт теле уҡытыусыларының сәй мәжлесе. Регион-ара сара булды ул, Ырымбурҙан әллә күпме ҡунаҡ килгән. Ҡарауанһарай гәзите редакторы Салауат Аҡдәүләтов үҙенең хәләл ефете Фәймә апай менән, Ырымбур башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Йәғәфәр Яманһарин ҡатыны Миңзәлә менән, Аллабирҙе ауылы мәктәбе директоры Сания Ҡузбаева. Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов һәм башҡалар. Һәм башҡалар тигәне төп хужа булды ла инде - башҡорт теле уҡытыусылары. Беҙ барып төшһәк күҙ маңлайға менде: тирмә, усаҡ, ҡаҙан, йыр-моң.... Бик күркәм табын ҡороп ташланыҡ. Башҡорт теленә мәҙхиә уҡылды. Бүләктәр таратылды. Йырҙыр йырланды. Йырҙар тигәндән, уҡытыусы кеше бар эшкә маһир икәнен беләбеҙ, ныу былай уҡ шәп йырлайҙар икәнен белмәй инек әле. Хор менән дә соло ла итеп башҡарылды йырҙар. Район ҡоролтайы рәйесе Юлай Ишмөхәмәтов тә, түҙмәй, йыр һуҙҙы (район башлығы был юлы йырламаны ниңәлер):
Беҙгә кемдәр теләне икән,
Былар айырылышһын, тип.
Урамдарҙан урамдарға
Йәштәр йырлап үтәләр.
Беҙ айырылыштыҡ, ҡыйын булды,
Айырылмаһын бүтәндәр.
Кем нимә теләһә лә, бергә булайыҡ, берҙәм булайыҡ, айырылышмай йәшәйек, туғандар.

20 июнь, 2019 йыл. 

Автор:
Читайте нас: