Все новости
Хәтер
15 Июня , 09:19

Йылы булһын ятҡан ерҙәре

Ошо көндәрҙә, ғәзиз тормош иптәшем, ҡәҙерле атайыбыҙ, хәстәрлекле олатайыбыҙ Рәил Әхмәтлатып улы БИКМАЕВ беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә 40 көн тула.

Йылы булһын ятҡан ерҙәре
Йылы булһын ятҡан ерҙәре

Яҡыныбыҙ изге күңелле, мәрхәмәтле, алсаҡ, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл булды. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Ул йөрәгебеҙҙә мәңге йәшәйәсәк, ул – мәңге беҙҙең хәтерҙә һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын. Уға арнаған доғаларыбыҙ барып етһен ине.
Ҡәҙерлебеҙҙең ауыр тупрағы еңел булһын,
Йылы булһын ятҡан ерҙәре.
Иңдәрендә булһын фәрештәләр,
Ожмахтарҙа булһын йәндәре...
Онотмабыҙ һине мәңгелеккә,
Рухың йәшәр һәр саҡ күңелдә.
Мәңге йәшәрһең һин нурланып,
Беҙҙең йөрәктәребеҙ түрендә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, улы, ҡыҙы, кейәүе һәм ейән-ейәнсәрҙәре.

Автор:
Читайте нас: