Все новости
Хәтер
22 Июня , 08:52

Үҙе китһә лә, ерҙә уның нуры ҡала

Ҡәҙерле тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Хәмит Ғатаулла улы КЕЙЕКБАЕВтың беҙҙе яҡты донъяларҙан ташлап китеүенә дүрт йыл.

Үҙе китһә лә, ерҙә уның нуры ҡала
Үҙе китһә лә, ерҙә уның нуры ҡала

Яҡыныбыҙ Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда тыуып, лайыҡлы тормош йәшәп, 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, һуғыш башланған көнөндә, хатта сәғәтендә, беҙҙе оло ҡайғыға һалып арабыҙҙан китеп барҙы.
Ҡәҙерлебеҙҙең китеүе беҙҙең өсөн мәңгелек ҙур ҡайғы, әлегә тиклем юғалтыуҙы ҡабул итеү мөмкин түгел...
Кеше был донъянан китһә лә, ерҙә уның изгелеге, нуры, ҡото ҡала. Ул беҙҙең хәтерҙә асыҡ йөҙлө, киң күңелле, оло йөрәкле, алсаҡ, кешеләргә гел изгелек һәм яҡшылыҡ ҡылыусы, ярҙамсыл кеше булып мәңгелеккә һаҡланып ҡала. Һәр саҡ тормошто яратып, әүҙем йәшәне, изгелекле, ихлас булды, бөтөн кешеләрҙе, барлыҡ туғандарҙы ла оло хөрмәт итә ине.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген беҙҙең менән бергә тик йылы һүҙҙәр менән иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, тар ҡәберҙәре киң, йәне йәннәттең түрендә булһын. Аллаһы Тәғәлә булған гонаһтарын кисереп, һауаптарын арттырһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Ҡатыны Фаиза, ҡыҙы Әлфиә, улы Фәрит, ейәне Рахман, туғаны Фәрзәнә, килене Мария.

Автор:
Читайте нас: