Все новости
Хәтер
25 Июня , 12:38

Ихлас йөрәктән ҙур рәхмәт

Ошо көндәрҙә барыбыҙҙы оло ҡайғыларға һалып ҡәҙерле әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ, ҡартәсәйебеҙ - Ғәтиә Мөхәммәт ҡыҙы ЙЫҺАНШИНА, оҙаҡ йылдар ауырығандан һуң, баҡыйлыҡҡа күсте.

Ихлас йөрәктән ҙур рәхмәт
Ихлас йөрәктән ҙур рәхмәт

Бик матур тормош юлын үтте әнейебеҙ, ҡайҙа ғына эшләһә лә, ҡайҙа ғына барһа ла гел маҡтауға лайыҡ булды. Әтейебеҙ менән 6 балаға ғүмер бүләк иттеләр. Ҡыҙғанысҡа әнейебеҙҙе тормош ауырлыҡтары ла урап үтмәне, алты балаһының өсәүен, тормош иптәшен ер ҡуйынына һалып ҡуйҙы, шул тиклем ауыр һынауҙарға бирешмәй, беҙ тип тырышып йәшәне. 3 балаһы, 7 ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәһен һөйөп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, бәхетле ҡартлыҡта йәшәне.
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған, йылы һүҙҙәре менән ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Ялсыҡай ауылының берҙәм халҡына, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарыбыҙға, класташтарыбыҙға, күрше-күләнебеҙгә ихлас йөрәктән ҙур рәхмәт. Барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, бәрәкәтле, бәхетле тормош, ғаиләләренең, үҙҙәренең һәм туғандарының һау булыуын теләйбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел булһын, ҡәберҙәрендә нурҙар уйнаһын, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Ҙур рәхмәт менән мәрхүмәнең барлыҡ балалары исеменән ҡыҙы Зифа.

Автор:
Читайте нас: