Ҡәҙерле кешебеҙҙе иҫләмәгән, уйламаған бер генә көнөбөҙ ҙә юҡ. Әнейебеҙ изге күңелле, кешелекле, ярҙамсыл, балаларына ныҡлы терәк ине.
Яҡыныбыҙ беҙҙе ташлап баҡыйлыҡҡа күсһә лә, ул һәр вҡыт беҙҙең йөрәк түрендә.
Әнейебеҙҙе белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең яҡты иҫтәлеген тик йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ. Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ауыр тупраҡтары еңел, йәне йәннәттә, урыны ожмахта булһын.
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре.