Все новости
Хәтер
27 Июня , 17:18

Йорттарығыҙҙа тыныслыҡ, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ

23 июнь көнө барыбыҙҙы оло ҡайғыларға һалып ҡәҙерле кешебеҙ Әхтәм Әхмәтшәриф улы РАФИҠОВ, беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, ҡапыл ғына арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы.

Йорттарығыҙҙа тыныслыҡ, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ
Йорттарығыҙҙа тыныслыҡ, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ

Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатырға килгәндәрҙең барыһына ла ысын күңелдән рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ул бик тыйнаҡ, изге күңелле, намыҫлы, өлгөлө ғаилә башлығы, абруйлы, ихлас күңелле, барыһына ла ярҙамсыл кеше ине. Бик матур тормош юлын үтте ҡәҙерлебеҙ, ҡайҙа ғына эшләһә лә, гел маҡтауға лайыҡ булды. Ошо көнгәсә «Шанс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә агроном-консультант булып эшләне. Уны яуаплы, эшһөйәр, намыҫлы хеҙмәткәр тип баһаланылар. Уның яҡты донъя менән хушлашыуы оло юғалтыу булды...
Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ҡатнашҡан, ауыр саҡта, беҙҙе яңғыҙыбыҙҙы ҡалдырмай, ярҙам ҡулы һуҙған, ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан Ренат Файыҡ улы етәкләгән «Шанс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте коллективына, Көйөргәҙе районы хакимиәте коллективына, Айсыуаҡ, Абдул һәм Ҡарай ауылдарының берҙәм халҡына, Ермолаево ауылына, класташтарына, курсташтарына, барлыҡ туғандарыбыҙға, дуҫтарына, күршеләребеҙгә ихлас йөрәктән ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, барыһына ла иҫәнлек-һаулыҡ, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ. Ерләүҙә күрһәткән әхлаҡи һәм матди ярҙамдары өсөн ихлас рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Йорттарығыҙҙа тыныслыҡ, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, ятҡан ере йомшаҡ, ауыр тупрағы еңел, йәне йәннәттә булһын.
Мәрхүмдең ата-әсәһе, тормош иптәше, балалары, ейәндәре һәм яҡын туғандары.

Автор:
Читайте нас: