Все новости
Хәтер
5 Июля , 08:56

Ҡәҙерлебеҙ изге күңелле кеше ине

Бөгөн ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ, инәйебеҙ Мәүлиҙә Миңлеғужа ҡыҙы ӘХТӘМОВА беҙҙе ауыр ҡайғыларға һалып арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә бер йыл тулды. 

Ҡәҙерлебеҙ изге күңелле кеше ине
Ҡәҙерлебеҙ изге күңелле кеше ине

Яңы Юл ауылында тыуып-үҫеп, Күмертау ҡалаһында матур тормош көтөп, беҙҙең барыбыҙға ла оло терәк булған кешебеҙҙе юғалтыу ҡайғыһы баҫылмай.
Ҡәҙерлебеҙ изге күңелле, кешелекле, ярҙамсыл һәм ғәҙел кеше ине. Һәр кем менән уртаҡ тел табып, кәңәштәрен биреп, йәшәргә дәрт өҫтәп торор ине. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр. Уны белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, урыны ожмахта булһын.
Мәрхүмәнең балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, туғандары Боҫҡановтар, Рәсүлевтар, Аҙнабаевтар, Исхаҡовтар ғаиләләләре исеменән һылыуы Гөлнара.

Автор:
Читайте нас: