Все новости
Хәтер
5 Июля , 11:52

Изгелеге, нуры, ҡото ҡалды

Ҡәҙерле тормош иптәшем, хәстәрлекле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Ришат Зәки улы САБАНЧИНдың беҙҙе оло ҡайғыларға һалып, яҡты донъяларҙан ташлап китеүенә ике йыл тулды.

Изгелеге, нуры, ҡото ҡалды
Изгелеге, нуры, ҡото ҡалды

Яҡыныбыҙҙың китеүе беҙҙең өсөн мәңгелек ҙур ҡайғы, әлегә тиклем юғалтыуҙы ҡабул итеү мөмкин түгел...
Кеше был донъянан китһә лә, ерҙә уның изгелеге, нуры, ҡото ҡала. Ул беҙҙең хәтерҙә изге күңелле, мәрхәмәтле, олоһона ла, кесеһенә лә иғтибарлы, ярҙамсыл, гел яҡшылыҡ ҡылыусы, ярҙамсыл кеше булып мәңгелеккә һаҡланып ҡала. Беҙ ҡәҙерлебеҙҙе юҡһынабыҙ, һағынабыҙ, күпме генә ваҡыт үтһә лә ул беҙҙең күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Яҡыныбыҙҙы белеүселәр, ғәзиз кешебеҙҙең изге рухын, яҡты иҫтәлеген тик яҡшы хәтирәләр, йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә алайыҡ.
Ҡәҙерлебеҙҙең ятҡан урыны йомшаҡ, тыныс булһын, ауыр тупраҡтары еңел, ҡараңғы гүрҙәре яҡты, йәне йәннәттә булһын. Аллаһы Тәғәлә булған гонаһтарын кисереп, һауаптарын арттырһын. Ул һәр ваҡыт беҙҙең хәтеребеҙ һәм йөрәгебеҙ түрендә.
Юҡ, онотолмай, мәңге онотолмаҫ,
Күҙ йәштәре инде кипһә лә.
Юҡ, онотолмай, беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Ғүмерлеккә яныбыҙҙан китһә лә.
Мәрхүмдең тормош иптәше, балалары.

Автор:
Читайте нас: