Все новости
Хәтер
6 Июля , 09:12

Тынғы бирмәй

...Мин үҙемдең хәтерҙә ҡалған үкенесле хәлдәрҙе яҙам.

Тынғы бирмәй
Тынғы бирмәй

Яу ҡырында ятып ҡалған яугир атайҙарҙың балаларын "Балалар йорто"на алдылар. Бер өйҙән икешәр бала алып киттеләр. Әсәй кешегә Аллаһы Тәғәлә сабырлыҡ биргәндер инде, ауыр тупраҡтары еңел булһын. Исемдәрен яҙып киткем килә:
Фәтих Закир улы Тураев, Бикбай Тураев, Әүхәҙей Хөсәин улы Аҙналин, Рафиҡ Заһит улы Йәмилов, Рәлиф Ғизетдин улы Түләгәнов, Туған Түләгәнов, Фәтих Ғилажетдмн улы Йосопов, Миннихан Йосопов, Фәрит Нуритдин улы Тураев, Марат Тураев, Альмира Нәжметдин ҡыҙы Түләгәнова, Хөрмәт Нәжметдин улы Түләгәнов, Ғәптерафиҡ Абдулхаҡ улы Иҙрисов, Барый Иҙрисов, Рәшит Әхмәтгәриф улы Аҙналин. Ошо балалар "Балалар йорто"нда булып, байтаҡ йылдан һуң кире әсәйҙәренә ҡайтарҙылар. Күптәре менән бергә уҡырға тура килде. Тик улар беҙҙән күпкә ололар инеләр. Мөмкинселек булмау сәбәпле уҡый алмағандар ине. 1956 йыл 7-се класты бергә тамамланыҡ. Уларҙың береһе лә иҫән түгел, баҡыйлыҡҡа күстеләр...

Гөлшат БАЙНАЗАРОВА, Айсыуаҡ ауылы 

Фотола: Яманһары мәктәбе уҡыусылары (йылы билдәһеҙ).

Хат тулы вариантта гәзиттә баҫылды. 

Автор:
Читайте нас: