Все новости
Хәтер
14 Июля , 08:08

Нисәнсе көн, әрнеп, болот илай

Бик оло ҡайғы кисерҙе ошо араларҙа Мораптал биләмәһе халҡы.

Нисәнсе көн, әрнеп, болот илай
Нисәнсе көн, әрнеп, болот илай

СВО- ла йөрөгән яҡташыбыҙ Кадыргулов Рөстәм Минияр улы һәләк булып Мораптал ауылында,
һуңғы хушлашыу минуттары үтте.
Бик кеселекле, кешелекле Рөстәм Минияр улын тик яҡшы яҡтарынан ғына күреп беләбеҙ, күпме кешегә ярҙам күрһәтте, бер ҙә тик кенә тора торған кеше түгел ине.
Шундай яҡшы, донъя көтөп, балалар үҫтереп, тыуған ергә хеҙмәт итеп йәшәрҙәй йәштәребеҙ һәләк була...
Күпме ата- әсәләр балаларын ҡара ер аҫтына һалып, бөгөлөп төшәләр.
Ҡасан бөтөр был вәхшәр, һөлөктәй балаларҙы кем яҡлар, кем һаҡлар?

Нисәнсе көн әрнеп болот илай
Әйтә төҫлө, нисек түҙергә?
Бер- бер артлы йәш һалдаттар китә
Типһә тимер өҙөр сағында.
Илай- илай беҙҙә ҡүҙәтәбеҙ,
Илдә барған оло мәшхәрҙе
Ниңә кәрәк булды ошо хәтлем "ҡорбан"
Әйтсе Аллам! Зинһар әйт әле!
Болоттарҙа оҙаҡ иламаҫтар
Йәй уртаһы, тымыр яңынан
Ер йәшәрер ошо ямгырҙарҙан
Тик ҡүңелдәр тынмаҫ күп йылдар.

Аҫтағы фотола, 2022 йылда Көйөргәҙе районының мосолмандар һабантуйы.
Рөстәм Минияр улының ипташтәре менән плов бешергәннәрен төшөрөп алғанмын.
Ниндәй күңелле ваҡыттар булған!
Бик уңған, яҡшы ҡүңелле яҡташыбыҙ мәңге күңелдәрҙә һаҡланыр!

Якутовская сельская библиотека. 

Автор:
Читайте нас: